Маршруттар “Торатау” геопаркындағы иң күркәм урындарҙан үтә. Әле Стәрлебаш, Әлшәй, Федоровка һәм башҡа райондарҙан бында 300-гә яҡын кеше килеп ҡайтҡан да инде.
Экскурсия барышында балалар Мәләүез районындағы Воскресенск тарихи биләмәһе, Красноусол минераль шишмәләре, Торатау шиханы, “Усолка” геологик разрезы менән таныша. Маршруттарҙың береһендә Ишембай районының Көҙән ауылындағы Әхмәтзәки Вәлидиҙең музейына барыу ҙа ҡаралған. Уҡыусыларҙы урындағы халыҡ иҫәбенән “Торатау” геогидтары оҙатып йөрөй.
Экскурсияларҙа ҡатнашыу мәсьәләһе буйынса toratau.geopark@gmail.com электрон почтаһы аша мөрәжәғәт итергә була.