Бөтә яңылыҡтар
Туризм
31 Август 2020, 19:30

"Алға" картаһы менән күпкә отошло

1 сентябрҙән “Башавтотранс” көҙгө-ҡышҡы эш режимына күсә. Рейстар һаны 15 процентҡа артыр тип көтөлә. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында республиканың Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев белдерҙе.

Радий Хәбиров бөгөн иртән генә республиканың йәнә 50 “Вектор Некст” автобусын алыуы тураһында әйтте. Бер аҙнанан тағы 50 автобус киләсәк. Төбәк етәксеһе Хөкүмәткә артабан да паркты яңыртыу буйынса эш алып барырға һәм бының өсөн финанс табырға ҡушты.– “Алға” картаһы Мәскәү картаһынан ҡала илдә икенсе урында тора. Хәҙер уның мөмкинлектәрен киңәйтеү өҫтөндә эшләйек. Кешеләргә аңлатырға кәрәк: уның буйынса юл йөрөү 20 һумға төшә, ә ҡулаҡса менән - 28 һум. Бынан тыш, “Алға” картаһы буйынса “Бәхетле сәғәт” тарифы ла эшләй, был бик файҙалы. Әлегә барлыҡ шәхси пассажир ташыусылар ҙа беҙҙе ишетеп етмәй, яйлап был да тәртипкә киләсәк. 2021 йылдың 1 ғинуарынан ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү булмағаны өсөн ҡаты санкциялар ҡулланыла башлаясаҡ, – тине Радий Хәбиров.Дөйөм алғанда, уҡыусыларҙың “Алға” картаһы буйынса былтыр 1 сентябрҙән алып 437 мең тапҡыр транспортта йөрөгәндәр, уның дөйөм суммаһы 7,3 миллион һум.Әлеге яңылыҡ Хөкүмәттең транспорт хеҙмәтләндереүе сифатын яҡшыртыу буйынса алып барылған планға ярашлы эшенең бер өлөшө генә.
Читайте нас: