Бөтә яңылыҡтар
Туризм
31 Август 2020, 11:50

Балаларға коронавирус инфекцияһынан прививка яһамаясаҡтар

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәүлек эсендә булған яңылыҡтар менән таныштырҙы. Республикала коронавирус инфекцияһын йәнә 32 кеше йоҡторғанлығы асыҡланған. Пневмония менән сирләгәндәр - 82.

Шулай итеп, Башҡортостанда пандемия башланғандан алып вирусты йоҡторғандар һаны 7 763-кә етте. Әле ҡала һәм район дауаханаларында 65 пациент дауалана, 8-е ауыр хәлдә. 774 ауырыу сирҙе еңел үткәрә, амбулатор шарттарҙа дауа ала. Вафат булғандар һаны үҙгәрешһеҙ - 29.
Илдә тәүлектә 4 980 кешегә коронавирус инфекцияһы диагнозы ҡуйылған, 68 ауырыу вафат булған.
Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко әйтеүенсә, быйыл балаларға коронавирус инфекцияһынан прививка яһамаясаҡтар, сөнки улар өсөн вакцина әлегә уйлап табылмаған. Табиптар вакцинаны өйрәнеүҙе дауам итә. Кескәйҙәр өсөн өҫтәмә рәүештә тестар һәм тикшереүҙәр үткәрелә.
Читайте нас: