Бөтә яңылыҡтар
Туризм
31 Август 2020, 15:00

Сикләүҙәр йәнә йомшартылды

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирусҡа бәйле сикләүҙәрҙең йәнә йомшартылыуы һәм икенсе этапҡа аяҡ баҫыуыбыҙ тураһында хәбәр итте.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, иртәгәнән мәктәптәр һәм балалар баҡсалары эшләй башлаясаҡ. Был учреждениеларҙа санитар талаптар бик етди үтәлергә тейеш. Шулай уҡ иртәгәнән мунсалар һәм сауналар ҙа асыласаҡ. Балалар түңәрәктәре, секциялар, күңел асыу үҙәктәре лә эш башларға әҙер.
Ә бына төнгө клубтар һәм дискотекалар әлегә асылмай. Төп талап – 50-нән ашыу кеше йыйылмау – әле һаман һаҡлана.– Коронавирус буйынса ыңғай күрһәткестәр күҙәтелә. “Роспотребнадзор” ҡарары менән икенсе этапҡа күстек. Тимәк, яйлап ҡына был йәһәттән алға барабыҙ. Тик онотолорға ярамай, сир барыбер юҡҡа сыҡманы. Мин табиптар менән һөйләштем, сирләүселәр байтаҡ һәм ауыр хәлдәгеләрр күп, – тине Радий Хәбиров.Юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға ошо көндәрҙә барлыҡ үҙгәрештәр ҙә индереләсәк.
Читайте нас: