Башҡортостандың Бөрйəн районында «Урал батыр» һəм «Аҡбуҙат» эпостары персонажы Аҡбуҙатҡа һəйкəл ҡуйылды. Суйындан ҡойолған Аҡбуҙат - башҡортхалҡының эпик ҡомартҡыларына тəүге һəйкəл. Башҡортостандың күсемһеҙ мəҙəни мираҫ объекттарын һаҡлау һəм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙəге иғлан иткəн Аҡбуҙат һəйкəленең иң яҡшы проектына конкурсты билдəле башҡорт скульпторы Өлфəт Ҡобағошовтың эскизы еңеп сыҡты. Һəйкəлдең бейеклеге – 5 метр, ə аттыҡы 3,5 метр тəшкил итə.