Пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 7856 коронавирус осрағы раҫланған.
Бөгөн стационарҙа ятҡан 71 сирленең һигеҙе – ауыр хәлдә, амбулатор шарттарҙа 815 кеше дауалана.
Ә бына дауахананан тыш пневмония менән ауырыусылар көндән-көн арта. Әйтәйек, һуңғы тәүлектә төбәктә ошондай 91 сирле асыҡланған. Дауахананан 103 пациент һауығып сыҡҡан.