Рәсәй Мысыр, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре һәм Мальдив менән авиабәйләнеште тергеҙә, тип хәбәр итте хөкүмәт белдереүенә һылтанма менән РИА Новости.
Бынан алда Төркиә, Абхазия, Танзания, Черногория, Хорватия, Белоруссия, Бөйөк Британия, Сербия, Швейцария, Болгария, Куба, Доминикана һәм Мексика рәсәйҙәр өсөн үҙҙәренең сиген асҡайны.