Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
7 Сентябрь 2020, 19:05

Сүп-сар сығарған өсөн хаҡ артты

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров белдереүенсә, 1 сентябрҙән сүп-сарҙы сығарыу өсөн түләү арта.

Быға тиклем Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу өсөн хаҡты иҡтисади яҡтан нигеҙләнгән кимәлгә тиклем күтәрергә ҡушҡайны. Был артабан сүп-сарҙы сорттарға бүлеү, эшкәртеү комплекстарын төҙөй башлау өсөн кәрәк. Әйтергә кәрәк, хаҡтар республикала бер тигеҙ булып артмай. Һәр зонала эшләгән төбәк операторы үҙ хаҡын билдәләгән.Билдәле булыуынса, быға тиклем күп фатирлы йортта йәшәгәндәр бер кеше өсөн 70 һум һәм шәхси секторҙағылар 35-70 һум түләй ине.
Башҡортостан Башлығы алыҫта урынлашҡан ауылдар өсөн был хаҡтарҙың нигеҙләнмәгән булыуын белдерҙе. Ҡағиҙә булараҡ, ауылдарҙа сүп-сарҙы аҙнаһына ике тапҡыр сығаралар, шуға күрә кешеләрҙән 70 һум түләүҙе талап итеү дөрөҫ түгел. Радий Хәбиров фекеренсә, был хаҡ өсөн сүпте көн һайын сығарыр кәрәк.Министр Урал Искәндәров иһә ауылдарҙа сүптең күп булмауы һәм көн һайын йөрөүҙең кәрәкмәүен әйтте. Һөҙөмтәлә республика етәксеһе мәсьәләне хәл итеү, бөтә яҡлап тикшереү һәм нигеҙле ҡарар ҡабул итеү өсөн бер аҙна ваҡыт бирҙе.Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: