«Беренсенән, төбәктәр уҡытыусыларға тест үткәреүҙе ойоштора. Икенсенән, коронавирусҡа ҡаршы прививка буйынса планлы эш башланғас, уҡытыусыларға ла тәҡдим ителә. Был ирекле тәртиптә була», – ти Глушко.
Шулай уҡ уҡыусыларҙан уҡыу йылы дауамында коронавирусҡа тест тапшырыуҙарын талап итмәйҙәр.
Балаларҙан бер кем дә тест алмай, төп бурыс – ингән урында сифатлы контроль ойоштороу, ул юғары температуралы балаларҙы асыҡларға мөмкинлек бирергә тейеш. Балалар бик аҙ сирләгәнгә күрә, төп иғтибар мәктәптә эшләгәндәргә: уҡытыусыларға, етәкселеккә буласаҡ.