Бөтә яңылыҡтар
Туризм
8 Сентябрь 2020, 13:05

Киҙеүҙән прививканы ваҡытында яһатығыҙ!

Хөрмәтле Бәләбәй ҡалаһы һәм районы халҡы!

2020 йылдың 12 сентябрендә сәғәт 10-дан 5-кә тиклем халыҡҡа уңайлы булһын өсөн күсмә медицина комплексында (автобуста) Бәләбәй ҡалаһы, Интернациональ урамы, 75 а («Үҙәк» корпорацияһы» магазины майҙансығында) киҙеүҙән вакцина яһау ойоштороласаҡ.
13 сентябрҙә сәғәт 10-дан 5-кә тиклем вакцинаныБәләбәй ҡалаһы, Пионер урамы, 58 адресы буйынса яһатырға мөмкин буласаҡ.
Үҙегеҙ менән шәхесегеҙҙе раҫлаусыдокумент алып килергә кәрәк.
Прививка алдағы эпидемиологик миҙгелдә көнүҙәк буласаҡ киҙеү вирусынан ышаныслы һаҡланыу тәьмин итәсәк, шулай уҡ киҫкен респиратор вируслы инфекциялар менән сирләү осраҡтарын кәметәсәк. Киҙеүҙе һәм уның эҙемтәләрен иҫкәртеү унан дауаланыуға ҡарағанда яҡшыраҡ! Ваҡытында эшләнгән привика – һаулығығыҙ һәм яҡындарығыҙҙың хәүефһеҙлеге нигеҙе. Бәләбәй Үҙәк район дауаханаһы хакимиәте
#Белебеевскиеизвестия#БелебеевскаяЦРБ#профилактикагриппаиОРВИ#вакцинациявзрослогонаселенияотгриппавпередвижноммедицинскомкомплексе
Читайте нас: