Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
8 Сентябрь 2020, 16:45

Милли кейемгә арналған түңәрәк өҫтәл уҙғарыла

Билдәле булыуынса,11 сентябрь – Башҡорт милли кейеме көнө. Был көндә Башҡортостан Республикаһының Милли музейы милли кейемгә арналған түңәрәк өҫтәл уҙғара.

Уның барышында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сығыш яһаясаҡ, башҡорт милли тегеү һәм күн традицияларын, шулай уҡ зәркән оҫталығын өйрәнеүгә һәм һаҡлауға өлөш индергән шәхестәрҙең докладтары һәм фекерҙәре тыңланыр, тип көтөлә.
Улар араһында – «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, педагог, филология фәндәре кандидаты, «Башҡорттарҙың түш биҙәүестәре» китабы авторы Азат Ғарипов, Башҡортостан Республикаһы Милли музейының этнография бүлеге ғилми хеҙмәткәре Сәлимә Усманова, Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина, «Төньяҡ амурҙары» хәрәкәтен ойоштороусы һәм уның етәксеһе Юлай Ғәлиуллин һәм башҡалар.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар башҡорттарҙың милли биҙәүестәренә, уларҙы яһауҙың заманса ысулдарына, шулай уҡ һуңғы ваҡытта барлыҡҡа килгән милли биҙәүестәрҙе идентификациялау проблемаларына ҙур иғтибар бүләсәк. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған #МинеңМиллиБиҙәүесем флешмобына йомғаҡ яһаласаҡ.
Читайте нас: