Муниципаль район хакимиәтенең ауыл хужалығы хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 4 сентябргә ҡарата барлығы 19 100 гектар майҙанда бөртөклө, ҡуҙаҡлы һәм майлы культуралар сабылған (ужым – 7400, яҙғы культуралар – 11 700 га). 18 900 га (72,4 %) майҙанда урылған: ужым культуралары – 7 400 га, бөртөклөләр – 11 500 га. 42 450 тонна яңы уңыш игене һуғып алынған, уртаса уңдырышлыҡ – гектарынан 22, 5 ц.