Бөтә яңылыҡтар
Туризм
8 Сентябрь 2020, 14:00

Тиҙҙән «Йәшел Башҡортостан» акцияһы уҙғарыла

Быйыл «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы барышында 25 мең ағас үҫентеһе ултыртыу планлаштырыла. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев хәбәр итте.

Акция 19 һәм 26 сентябрҙә ойошторола, улар барышында санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү мотлаҡ буласаҡ. Унда республика буйынса 91 мең кешенең ҡатнашыуы көтөлә.
Борис Беляев билдәләүенсә, быйыл «Йәшел Башҡортостан» акцияһы «Йәшел Рәсәй» Бөтә Рәсәй экологик өмәһе менән бергә үткәрелә. Өмә барышында илдә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә миллион ағас ултыртыу күҙаллана.
Читайте нас: