Күп йылдар ҡоролтайҙы етәкләп килгән Сәлих Хәйруллин сәләмәтлегенә бәйле үҙен был вазифанан бушатыуҙарын һораны. Шул сәбәпле район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының яңы етәксеһе һайланды. Ул – Бәләбәй медицина колледжы директоры Радмир Хәйруллин. Радмир Мүғәлим улы быға тиклем башҡарма комитет ағзаһы булып килде.