Бындай ташламанан производствоны яңыртыуға йүнәлтелгән инвестиция проектын ғәмәлгә ашырған предприятиелар файҙалана ала. Уның хаҡы 50 миллион һумдан кәм булмаҫҡа тейеш.
Лизинг килешеүе кәмендә 24 айға төҙөлә. Субсидияның максималь күләме – 200 миллион һумға тиклем.
Был ташламаны алыуға Рәсәйҙең һалым һәм страховка иғәнәләре буйынса бурыстары булмаған, шулай уҡ ябыу йәки бөлгөнлөк процедураһын үтмәгән ойошмалары хоҡуҡлы.
Ҡарар еңел сәнәғәт предприятиеларына ярҙам ҡулы һуҙыр, уларҙы яңы ҡорамалдар менән тәьмин итеүҙе тиҙләтер һәм етештереү күләмен арттырырға булышлыҡ итер, тип көтөлә.