Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
9 Сентябрь 2020, 12:00

«Сода»ның экология йүнәлешендәге эшмәкәрлеге һорауҙар тыуҙыра

Кисә Башҡортостан Хөкүмәтендә Башҡортостан сода компанияһы директорҙар советының киңәйтелгән ултырышы уҙҙы.

Унда Совет рәйесе Григорий Рапота Сода компанияһының экология йүнәлешендәге эшмәкәрлеге бихисап һорауҙар тыуҙырыуы тураһында әйтте. Уның һүҙҙәренә ярашлы, Башҡортостан сода компанияһының генераль директорына әлеге мәсьәлә менән шөғөлләнеүҙе ҡушырға кәрәк. Предприятие директоры Эдуард Давыдов компания экологик программаға күберәк аҡса йүнәлтергә тейеш, тип белдерҙе.
«Завод эшмәкәрлеге өсөн кәрәкле сеймалға килгәндә, иҫәпләүҙәр буйынса ул 2027 йылға тиклем етә», – тине Эдуард Давыдов.
Григорий Рапота тәбиғәтте һаҡлау менән ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү балансын боҙоуға юл ҡуйылыуын, ошо сәбәпле халыҡта ризаһыҙлыҡ артыуын билдәләне.
Читайте нас: