Бөгөн республиканың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығында ошо сараға арналған матбуғат конференцияһы уҙғарылды.
– Форум сиктәрендә республикабыҙ өсөн бик әһәмиәтле булған ике ваҡиға көтөлә «Газпром Нефтехим Салауат» йәмғиәтенең водород етештереү ҡеүәте һәм «Затон – Ново-Александровка» газ үткәргесе асыласаҡ, – тине Башҡортостандың сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев.
«Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы» йәмғиәтенең генераль директоры Альбина Килдеғолова әйтеүенсә, сара «Роспотребнадор»ҙың пандемияға ҡағылышлы барлыҡ талаптарын үтәп уҙғарыласаҡ: ултырыштарҙа урындар бер-береһенә яҡын булмаясаҡ, саралар араһында ҙур ғына тәнәфес яһала. Компаниялар һәм саралар һаны шул килеш ҡалһа ла, уларҙа ҡатнашҡан кешеләр был юлы аҙыраҡ буласаҡ. «Беҙ һан артынан ҡыумайбыҙ, ә сифатты ҡайғыртабыҙ», – тине Альбина Вил ҡыҙы.
Форумда ҡатнашыусылар пленар ултырыштан тыш 20 секцияла шөғөлләнәсәк.