Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
10 Сентябрь 2020, 14:00

Республикабыҙҙың ете белем биреү ойошмаһы Рәсәй Президенты грантына эйә булды

Конкурс «Мәғариф» милли проектының «Балалы ғаиләләргә ярҙам» программаһы буйынса үткәрелде. Унда илебеҙҙән 149 белем биреү ойошмаһы еңеүсе тип табылды.

Грантҡа эйә булғандар исемлегендә алты балалар баҡсаһы (Өфөнән – өс, Бөрөнән – бер һәм Стәрлетамаҡтан – ике) һәм Республика психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам үҙәге бар.
Социаль ойошма «Бер-беребеҙгә ҡаршы» проектын тәҡдим иткән. Ул ауылда йәшәгән мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың тормошон еңеләйтеүгә йүнәлтелгән. Бындай ғаиләләргә психологик һәм педагогик ярҙам күрһәтелә. «Республика психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам үҙәгенә һәр ғаилә мөрәжәғәт итә ала», – ти ойошма директоры Ләйсән Ғайсина. Үҙәктә дистанцион рәүештә лә тикшеренеү үтергә мөмкин. Бының өсөн урындағы бүлексәнең электрон адресына кәрәкле документтарҙы ебәрергә кәрәк.
Читайте нас: