Уҡыусыларға ҡунаҡҡа «Урал батыр» милли-мәҙәни үҙәгенең башҡорт ижади коллективтары артистары килде. Нәзирә Фәрхетдинова татар халҡының милли кейемендә шул халыҡтың кейеме, уның тарихы тураһында һөйләне, ҡурайҙа уйнап ишеттере. Анжела Әүбәкирова үҙе эшләгән түшелдеректәрҙе уҡыусыларға кейҙереп, уларҙы бик ҡыуандырҙы. Уның башҡорт халҡының милли кейемдәре, биҙәүестәре тураһында һөйләүен балалар бирелеп тыңланы. Анжеланың думбыра моңона ҡушылып, Минзифа Вилданова башҡорт халҡының ҡунаҡ ҡаршылай торған йырҙарын йырлап ишеттерҙе, ихлас күңелдән балаларҙы матур байрам менән ҡотланы.
Осрашыу бик ҡыҙыҡлы, йәнле үтте. Уҡыусылар милли кейемдәр тарихы тураһында бай мәғлүмәт, һорауҙарына яуаптар алды.