Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
11 Сентябрь 2020, 11:45

Бөгөн Милли кейем көнө

Башҡортостанда республика халыҡтарының Милли кейеме көнө билдәләнә.

Милли кейем – һәр халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған.
Башҡорттоң иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған.
Һәр заманса ҡатын-ҡыҙҙа милли әйбер, ҡомартҡы булырға тейештер, моғайын. Әйҙәгеҙ, кемдәрҙең милли кейемдәрҙә фотолары бар, ошо яҙыу аҫтына ебәрәйек. Халҡыбыҙҙың матур кейемдәренә, биҙәүестәренә һоҡланайыҡ!
Фото: редакция ҡыҙҙары Гөлнара Мурзина эшләгән түшелдеректәрҙә
Читайте нас: