Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
11 Сентябрь 2020, 14:00

Тынлыҡ көнө – ике көн

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова хәбәр итеүенсә, законға ярашлы, быйыл һайлау алды агитацияһы тынлыҡ көнөндә – 12 сентябрҙә һәм Берҙәм һайлау көнөндә – 13 сентябрҙә тыйыла.

Шул уҡ ваҡытта 24 июлдә ҡабул ителгән алдан тауыш биреү тәртибе әле ғәмәлдә ҡала, тине рәйес.
Элла Памфилова Рәсәй Президенты Владимир Путиндың граждандарҙың һаулығын һаҡлау буйынса хәстәрлек күрергә ҡушыуы һәм Үҙәк һайлау комиссияһының законлы вәкәләттәре менән 11-12 сентябрҙә һайлау участкаларында, йорт алды биләмәләрендә һәм өйҙә алдан тауыш биреү мөмкинлеге тураһында ҡарар ҡабул ителеүе хаҡында тағы ла бер иҫкәртте.
«Бындай тәртип быйыл ғына ҡулланыла. Алдағы һайлауҙар яңыраҡ законға индерелгән үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып, бер, ике йәки өс көн үткәреү мөмкинлеген бирә», – тине Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе.
Мәғлүм булыуынса, Үҙәк һайлау комиссияһы Берҙәм һайлау көнөн үткәреү тәртибен раҫланы. Уға ярашлы, төп тауыш биреү көнө 13 сентябрҙә уҙа, ә алдан тауыш биреү көнө 11 һәм 12 сентябрҙә ойошторола.
«БХ» белешмәһе. Быйыл Берҙәм һайлау көнөндә Рәсәйҙең 83 субъектында төрлө кимәлдәге һайлауҙар уҙасаҡ, улар һөҙөмтәһендә 77 меңгә яҡын мандат биләнәсәк. Шулай уҡ Татарстан, Курск, Пенза, Ярославлдә Дәүләт Думаһына өҫтәп депутаттар һайлау ҡаралған. 11 төбәктә – Закондар сығарыу йыйылышы депутаттарына тауыш бирәсәктәр, ә 18 төбәктә юғары вазифалы кешеләрҙе һайлау уҙасаҡ. Тағы ла Ненец һәм Ханты-Манси автономиялы округтарында төбәк Закондар сығарыу йыйылышына депутаттар һайлана.
Читайте нас: