Бөтә яңылыҡтар
Туризм
11 Сентябрь 2020, 17:00

V «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале көтә

11 һәм 12 сентябрҙә «Торатау» конгресс-холы амфитеатрында сара сиктәрендә милли кейем байрамы, «Ҡурайфест», «Этнотөн» һәм Надежда Бабкинаның Бөтә Рәсәй фестиваль-марафоны уҙа.

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисткаһы Пелагея үҙенең төркөмө менән сығыш яһаясаҡ.
12 сентябрҙә программаны Еңеүҙең 75 йыллығына арналған концерт дауам итәсәк. Был кистә тамашасыларҙы бөтә донъяға билдәле опера йырсыһы Любовь Казарновскаяның «Үлемһеҙ полк» уникаль проекты көтә. Уның менән бергә популяр музыкант Пётр Дранга һәм «Viva» вокал төркөмө сығыш яһаясаҡ. Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Олег Газманов һәм уның «Эскадрон» төркөмө байрам концертының төп ҡунаҡтары буласаҡ.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тамашасыларға уңайлы булһын өсөн 150 өҫтәмә йәмәғәт транспорты ойоштороласаҡ. Улар концерттан һуң пассажирҙарҙы баш ҡала биҫтәләренә ташыясаҡ. Маршруттар Пушкин урамы яҡлап Ғафури скверынан ҡуҙғала.
Читайте нас: