Бөтә яңылыҡтар
Туризм
15 Сентябрь 2020, 13:15

Депутаттар һайлауҙа граждандарҙың 52 проценттан ашыуы гражданлыҡ бурысын үтәгән

Айырыуса Благовар, Тәтешле, Миәкә районы халҡы юғары әүҙемлек күрһәткән. Ә ҡалалар араһында Сибай алдынғылыҡты бирмәгән.

Берҙәм һайлау көнөндә республикала 3 меңдән ашыу һайлау участкаһы үҙ ишектәрен асты, тауыш биреү исемлегендә 3 миллионға яҡын кеше. Райондарҙа муниципаль кимәлдәге депутаттар һайланһа, Белорет районы һәм Межгорье ҡалаһы, Өфөнөң Совет районы халҡы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутатар һайланы. Һайлау участкалары ағзалары үҙҙәре килә алмағандарҙың өйҙәренә лә барҙы.
Һайлау участкаһы ағзалары әйтеүенсә, тауыш биреүселәр араһында өлкән быуын вәкилдәре лә, йәштәр ҙә күп, йәмәғәтселектең сәйәси үҙаңы үҫешә. Һәр кеше киләсәктең үҙ тауышынан да тороуын яҡшы аңлай.
Һайлауҙың яҡынса һөҙөмтәләре билдәле. Һандар күрһәтеүенсә урындағы үҙидара органдарына депуттар һайлауҙа иң тәүге баҫҡыста Берҙәм Рәсәй партияһы вәкилдәре килә, икенсе урында – Коммунистар, өсөнсөлә – Либерал-демократик партия вәкилдәре.
Читайте нас: