Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
15 Сентябрь 2020, 15:00

Республикала йылытыу миҙгелен башлау көнө билдәләнде

Башҡортостанда 2020 йылдың 21 сентябре – йылытыу осорон башлауҙың шартлы датаһы.

Фактик дата һауа шарттарына ҡарап билдәләнә. Был торлаҡ фонды объекттарына ҡағыла. Ошо хаҡта 15 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Николай Ельников белдерҙе.
Уның һүҙҙәренсә, был ҡарар муниципалитеттарға еткерелгән.
«Социаль объекттарға килгәндә, ағымдағы датаға Благовещен, Бөрйән, Шаран һәм Яңауыл райондарында 39 объект йылытыуға тоташтырылған. Социаль селтәрҙәрҙә лә халыҡтан тоташтырыуға мөрәжәғәттәр килә. Район һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтарына бөгөндән башлап социаль объекттар өсөн йылытыу миҙгелен башлау мөмкинлеген ҡарарға кәңәш бирәбеҙ», – тине Николай Ельников.
Читайте нас: