Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
15 Сентябрь 2020, 13:00

Өсөнсө балаға пособие түләү өсөн өҫтәмә бюджет траншы бүленә

Башҡортостанға 2020 йылда өсөнсө һәм артабанғы балалары тыуған ғаиләләргә пособие түләү өсөн өҫтәмә бюджет траншы бирелә.

11 сентябрҙә Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин түләү өсөн йәнә 1,73 миллиард һум бүлеү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта йәкшәмбе хөкүмәттең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Билдәләнеүенсә, беренсе ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса алыусылар һаны тураһында мәғлүмәттәр яңыртылыуға бәйле өҫтәмә финанслау талап ителде. 2020 йылда ошо маҡсатҡа бөтәһе 47,58 миллиард һум резервта ҡалдырылды. Шуларҙың 1,94 миллиард һумы Башҡортостанға бүленә.
Белеүегеҙсә, ил буйынса ошондай пособиеның уртаса дәүмәле – 10,4 мең һум самаһы. Ул ай һайын, балаға өс йәш тулғансы түләнә һәм өсөнсөгә генә түгел, артабанғы балаларға ла ҡағыла. Рәсәйҙә бындай түләү социаль ярҙамға мохтаж 517 ғаиләгә тәғәйенләнә.
Читайте нас: