Әле был ҡалалар эштәрҙе тамамлау өҫтөндә. Кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә бында алып барылған эшмәкәрлеккә яҡынса йомғаҡ яһалды. Улар тураһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Николай Ельников һөйләне.
Оператив кәңәшмә ваҡытында был ҡалалар хакимиәттәре башлыҡтары башҡарылған эштәр тураһында һөйләне. Бөрөлә эштәр – 75, Ишембай һәм Бәләбәйҙә 90 процентҡа тамамланған.
– Эштәрҙе ваҡытында тамамларға кәрәк. Беҙ һеҙгә кәрәкле бөтә нимәне эшләнек. Бының менән көнө-төнө шөғөлләнегеҙ. Мин әлеге сараларҙы асыу тантаналарына килергә йыйынам, – тине Радий Хәбиров.
Әле ошондай уҡ эштәр Ағиҙел, Яңауыл, Мәләүез, Дүртөйлө ҡалалары һәм Николо-Березовка ауылында алып барыла. Улар бәйгенең икенсе этабында еңеүсе тип табылғайны. Радий Хәбиров беренсе вице-премьер Андрей Назаровҡа был ҡалаларҙа проектты тормошҡа ашырыуҙы контролдә тоторға ҡушты.
– Беҙгә артабан да бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашыуҙы дауам итергә кәрәк. Киләсәктәге еңеүҙәр тураһында уйлайыҡ, – тине төбәк етәксеһе.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан