Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
16 Сентябрь 2020, 13:00

Һеҙ гриптан прививка яһаттығыҙмы әле?

Республикабыҙҙа әлегә 287 меңгә яҡын кеше грипҡа ҡаршы прививка эшләткән, тип белдерҙе Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы Максим Забелин хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.

Министр әйтеүенсә, быйыл республикала бөтәһе 2 миллион кешегә прививка яһау планлаштырыла. 516 мең миҡдарҙағы вакцинаның беренсе партияһын 25 сентябргә тамамлау көтөлә.
Прививка балаларға 6 айҙан башлап, уҡыусыларға, студенттарға, шул иҫәптән медиктарға, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт, мәғариф хеҙмәткәрҙәренә, 60 йәштән ололарға, йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға яһалырға тейеш.
Вакцина яһатыу гриптан иң яҡшы һаҡланыу сараһы булып иҫәпләнә. Ләкин иҫкәртеү һәм шәхси гигиена сараларын да үтәргә кәрәк. Ошондай ябай иҫкәртеү саралары иҫәбендә – А, В, С һәм Д витаминдарын ҡабул итеү, елләтеү, бина эсен еүеш сепрәк менән һөртөп тороу, дөрөҫ туҡланыу һәм йоҡлау режимы, шулай уҡ спорт менән шөғөлләнеү.
Читайте нас: