Бөтә яңылыҡтар
Туризм
16 Сентябрь 2020, 16:20

Уҡтан атыу буйынса халыҡ-ара фестиваль көтөлә

Республикабыҙҙың Иглин районы Иван-Казанка ауылы 19 һәм 20 сентябрҙә традицион уҡтан атыу үҙәгенә әүерелә. Башҡортостан бишенсе тапҡыр «Мәргән уҡсы» фестивален ҡабул итә.

Фестивалгә Рәсәйҙән генә түгел, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән спортсылар киләсәк. Быйыл Силәбе, Һамар өлкәләренән, Мәскәү, Екатеринбург ҡалаларынан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Башҡортостан республикаларынан 100-ләгән уҡсы ғариза ебәргән.
Фестиваль барышында турнирҙар өс номинацияла ойошторола. Уҡтан атыуҙан тыш, әүҙем ял һәм спорт яратыусыларҙың һыбай уҡтан атыу мөмкинлеге лә бар.
Иң шәп ҡатнашыусылар уҡтан атыу буйынса төбәк һәм халыҡ-ара ярыштарҙа, хәрби-тарихи реконструкция фестивалдәрендә Башҡортостан исеменән сығыш яһай.
Читайте нас: