Бөтә яңылыҡтар
Туризм
17 Сентябрь 2020, 11:30

«Ваҡыт йылғаһы»нда йөҙөргә теләгәндәр өсөн

17 - 19 сентябрҙә Бөрө ҡалаһында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Ваҡыт йылғаһы» тарихи реконструкция фестивале уҙғарыла.

Сара барышында тамашасылар ХI быуаттағы славяндарҙың, XVII быуаттағы башҡорттарҙың көнкүреше, мәҙәниәте һәм хәрби йолалары, дәүләт хеҙмәткәрҙәренең һәм хәрбиҙәрҙең тормошо, 1812 йылғы рус армияһы лагерҙары, Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы хәл-ваҡиғалар менән танышасаҡ. Шулай уҡ Петр I заманындағы хәрби уйындар һәм 1945 йылғы Еңеү көнө реконструкцияһын күрһәтеү планлаштырыла. Фестиваль программаһы Башҡортостандың халыҡ кәсептәре, уҙған осорҙоң музыкаль мәҙәниәте, боронғо уйындар менән таныштырыу сараларын үҙ эсенә ала.
Быйылғы фестивалдә уҡыусылар тыуған яҡ тарихы һәм мәҙәниәте буйынса квестарҙа, конкурстарҙа, ярыштарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә, интерактив майҙансыҡтарҙа ҡатнаша ала.
Тарихи реконструкция фестивале «Бөрө ҡәлғәһе» тарихи паркында үткәрелә. Унда инеү бушлай. Сараның «Бәйләнештә» селтәрендәге рәсми төркөмөнә https://vk.com/vir_river_time һылтанмаһы буйынса инергә була.
Читайте нас: