Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
18 Сентябрь 2020, 11:35

«АММА» һаҡсыл етештереү системаһына күсә

Унан башҡа тағы өс предприятие милли проектҡа ҡушылды. Улар Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы, Өфө икмәк ризыҡтары комбинаты, «ПЕТОН КОНСТРАКШН» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.

Был предприятиелар ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» милли проектында ҡатнаша. Ойошмалар хеҙмәткәрҙәре һәм етәкселеге һаҡсыл етештерергә өйрәнеү өсөн махсус программаны үҙләштерә.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов билдәләүенсә, потенциаль ҡатнашыусылар майҙансығында предприятиелар төрлө яҡлап баһаланды һәм һайлап алынды. Осрашыуҙарҙа уларҙың етәкселәренә проектта ҡатнашыусыларға күрһәтелгән ярҙам саралары тураһында ла һөйләнеләр. Атап әйткәндә, ойошмалар етештереү процестарын ҡулайлаштырыу проекттарын тормошҡа ашырғанда хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге эксперттарҙың методологик ярҙамынан бушлай файҙалана ала.
Әлегә «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» милли проектында Башҡортостандан 78 предприятие ҡатнаша.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: