Бөтә яңылыҡтар
Туризм
18 Сентябрь 2020, 12:30

«Башҡорт теле инглиз теленә ҡарағанда моңлораҡ һәм күңелгә яҡыныраҡ»

Республикабыҙҙа Хөкүмәт Премьер-министры тәғәйенләнеүе тип хәбәр иткәйнек инде. Был мөһим ваҡиғанан һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Премьер-министр Андрей Назаров журналистар менән аралашып, Хөкүмәт алдына ҡуйылған бурыстар тураһында һөйләне.

Тәүге һорау Радий Хәбировҡа бирелде, унан Андрей Геннадьевичҡа ҡуйыласаҡ тәүге йөкләмәләр тураһында һоранылар.
– Андрей Геннадьевич быға тиклем дә Хөкүмәт етәксеһе бурыстарын атҡара ине. Шуға күрә һүҙ ағымдағы эш, инвестиция стратегияһы тураһында бара. Ә тәү сираттағы бурыстарға килгәндә, Андрей Назаровҡа Хөкүмәт структураһын һәм шәхси составын булдырыу кәрәк, – тине Радий Фәрит улы.
Андрей Назаровтан буласаҡ Хөкүмәтте ниндәй үҙгәрештәр көтөүе тураһында һоранылар.
– Үҙгәрештәр мөһим түгел, иң мөһиме – һөҙөмтә. Шуға күрә хәҙер, Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса, Хөкүмәттең структураһы һәм персональ составы буйынса эшләйәсәкбеҙ. Ҡарарбыҙ. Алдан уҡ шуны әйтәм, тырышып эшләгән, көс һалған күп кешеләр ҡаласаҡ. Тик бер ни тиклем үҙгәрештәр ҙә булыр, – тине ул. – Һуңғы осор тренды – федераль үҙәк менән эшләү. Был йәһәттән бурыстарҙы тағы ла әүҙемләштерәбеҙ.
Андрей Назаров үҙенә ҡарата ышаныс өсөн Радий Фәрит улына рәхмәт әйтте, тырышып эшләргә ниәтен белдерҙе. «Мин бында тыуғанмын, үҫкәнмен. Күп этаптар үттем – Баймаҡ, Сибай, Өфө. Үҙемдә көс тоям, 50 йәш булһа ла, йәшмен әле», – тине ул.
Ултырыш башланғас, Андрей Назаров залдағыларҙы башҡортса сәләмләне. Журналистар унан, артабан да башҡорт телендә сығыш яһаясаҡһығыҙмы, тип һораны.
– Башҡорт телен юғары кимәлдә белмәһәм дә, ул минең өсөн туған тел. Күңелемә әсә һөтө менән һеңдерелгән. Беренсе телем рус теле түгел, мин русса һуң һөйләшә башланым. Аҙаҡ үҙем теләп башҡорт телен өйрәндем. Был миңә оҡшай ине, шулай уҡ мөһим һәм кәрәк. Тик 12 йыл Мәскәүҙә йәшәгәндә әҙерәк онотолдо. Хәҙер яңынан практика үтәм. Шуны әйтә алам, башҡорт теле инглиз теленә ҡарағанда моңлораҡ һәм күңелгә яҡыныраҡ, – тине Андрей Назаров.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан
Читайте нас: