Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ кәңәшмәһендә ошо мәсьәлә ҡаралды. Тарихи сығанаҡтарға ярашлы, Темәс ауылына 17-се быуат аҙағында нигеҙ һалынған. 20-се быуат башында ауыл Башҡортостан Республикаһын булдырыуҙа ҙур роль уйнаған. Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин әйтеүенсә, Темәскә тарихи биләмә статусы биреү буйынса документтар йыйыу башлана.
Башҡортостанда әле өс ауыл тарихи биләмә статусына эйә. Краснокама районында Никола-Березовка, Йылайыр, Мәләүез районы Воскресенск ауылдары ошондай исем йөрөтә.