Вакцинаның тәүге партияһы «Башфармация» предприятиеһы келәттәренә бушатылды. Унда «Спутник V» (ви) препаратын һаҡлау өсөн махсус һыуытыу ҡоролмалары бар. Белгестәр вакцинаны һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса махсус инструкция үткән. Пилот партияла вакцинаны коронавирус йоҡтороу хәүефе юғары булған ойошмаларға бүлеү һәм таратыу юлдары ла һынау үтә.