Бөтә яңылыҡтар
Туризм
21 Сентябрь 2020, 13:10

Халыҡ баҡыр ятҡылығын эшкәртеүгә ҡаршы

Башҡортостандың Әбйәлил районында баҡыр ятҡылығын эшкәртеүгә ҡаршы митинг уҙҙы. Асҡар ауылы стадионында үткән йыйылышҡа меңгә яҡын кеше килде.

Эске эштәр министрлығының рәсми мәғлүмәттәре буйынса, акцияла 950 кеше ҡатнашты.
«Башинформ» агентлығына Әбйәлил районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Йосопов хәбәр итеүенсә, улар иҫәбендә район халҡы ғына түгел, Ишембайҙа, Стәрлетамаҡта, Өфөлә һәм Магнитогорскиҙа йәшәүселәр ҙә бар ине.
Билдәләнеүенсә, хакимиәткә митинг ойошторорға йыйыныуҙары тураһында хәбәр иткәндәр, ләкин йыйылыш үткәреү өсөн ризалыҡ бирелмәгән. Шуға ҡарамаҫтан, урындағы муниципалитет граждандарҙың йыйылыуына ҡаршы килмәгән.
Халыҡ Салауат баҡыр ятҡылығынан руда сығарған осраҡта тирә-яҡ мөхиттең торошо: йылғаларҙың бысраныуы, шулай уҡ йәнлектәрҙең һәм үҫемлектәрҙең һәләк булыуы өсөн хафаланыуын белдерҙе.
Сентябрь башында ошо участканы эшкәртергә йыйынған «Рус баҡыр компанияһы» урындағы халыҡҡа хеҙмәттәшлек итеүгә һәм һөйләшеүгә саҡырып мөрәжәғә итте.
Руслан Йосопов һүҙҙәренсә, ойоштороусылар 20 сентябрҙә компания вәкилдәрен митингта ҡатнашырға саҡырмаған.
Әбйәлил районы башлығы урынбаҫары хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта «Рус баҡыр компанияһы» район биләмәһендә эшләмәй.
«Хакимиәт башлығы Илдар Нафиҡовтың компания етәкселегенә мөрәжәғәтенән һуң карьер планлаштырылған урында бөтә геологик-эҙләнеү эштәре туҡтатылған, техника сығарылған», — тине Руслан Йосопов.
Читайте нас: