Бөтә яңылыҡтар
Туризм
21 Сентябрь 2020, 15:00

Районыбыҙ тағы ла йәшелләнде

19 сентябрҙә Бәләбәй муниципаль районы биләмәһендә «Йәшел Башҡортостан» Бөтә Рәсәй экологик акцияһы икенсе этабының беренсе өлөшө уҙҙы.

Төрлө йәмәғәт урындарында, ихаталарҙа, мәктәптәр һәм предприятиелар биләмәләрендә ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртылды. Акцияға тораҡ пункттарҙа йәшәүселәр ҡушылды.
Акция барышында 1567 төп ҡарағай, шыршы, ҡайын, йүкә, миләш ағастары ултыртылды, шул иҫәптән 407 төп ҙур ағас. Сарала барлығы 425 кеше ҡатнашты.
Биләмәләрҙе йәшелләндереү менән бер рәттән «#Сделаем» акцияһы ла уҙҙы. 500-гә яҡын кеше ҡала һәм район биләмәһен таҙартыу менән шөғөлләнде.
Светлана Шириня материалы буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: