Бөтә яңылыҡтар
Туризм
22 Сентябрь 2020, 16:00

Чемпионаттың флагын Башҡортостанға тапшырҙылар

Кисә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Йәш профессионалдар» (Worlskills Russia) милли чемпионаты финалын ябыу тантанаһында ҡатнашты. Унда еңеүселәр бүләкләнде һәм 2021 йылда Чемпионатты ҡабул итәсәк Башҡортостан Республикаһына ярыштар флагы тапшырылды.

Кемерово өлкәһендә үткән финал ярыштарында Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән 2 700 конкурсант, шулай уҡ донъяның 29 иленән йәш белгестәр ҡатнашты.
Студенттар, уҡыусылар төҙөлөш һәм төҙөлөш технологиялары, мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары, ижад һәм дизайн, етештереү һәм инженерлыҡ технологиялары, хеҙмәттәр өлкәһе, транспорт һәм логистика, мәғариф кеүек ете йүнәлештә 130 компетенция буйынса көс һынашты. Башҡортостандан 64 компетенцияла 86 йәш белгес сығыш яһаны. Һөҙөмтәләрҙе 700 эксперт баһаланы, профессионалдарҙың эшен алты меңгә яҡын видеокамера күҙәтте.
Ярышта ҡатнашыусыларҙы Рәсәй Президенты Владимир Путин исеменән ил Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова сәләмләне. Ул еңеүселәргә наградалар тапшырҙы, артабан да һөнәри уңыштар теләне.
Кемерово өлкәһе губернаторы Сергей Цивилев тантаналы сараны ойоштороусыларға, унда ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтте һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа Чемпионаттың флагын тапшырҙы.
– Беҙҙең өсөн конкурстың финалы оло мәртәбә ул. Башҡортостан – ҡунаҡсыллыҡ йолалары менән танылыу яулаған ҡеүәтле сәнәғәтле һәм аграр төбәк. Киләһе йыл Чемпионатта ҡатнашыусыларҙы үҙебеҙҙә шатланып ҡабул итәсәкбеҙ,– тине Радий Хәбиров.
Фото glavarb.ru сайтынан
Читайте нас: