Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
22 Сентябрь 2020, 12:00

«Һеңлекәш» фильмы «Алтын Бәһлеүән» халыҡ-ара кинофорумында ике награда алды

Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» хәрби драмаһы (режиссеры – Александр Галибин) йәнә фестиваль призеры булды, тип хәбәр итә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Фильм XXIX «Алтын Бәһлеүән» халыҡ-ара кинофестивалендә «Уйын киноһы» номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды. Төп ролде башҡарған Арыҫлан Ҡырымсурин «Иң шәп балалар роле» номинацияһында еңеү яуланы.
«Статуэтканы һәм дипломдарҙы үҙем сәхнәгә сығып алдым. Фильмда төшкән мәлгә ҡарағанда нығыраҡ тулҡынландым. Был еңеү минең өсөн бик мөһим. Миңә ышанған кешеләрҙең һәммәһенә лә рәхмәт. Әлбиттә, айырыуса кинофорумды ойоштороусыларға һәм жюри ағзаларына рәхмәт белдерәм», – тине Арыҫлан Ҡырымсурин.
Быйыл Севастополдә уҙған форум Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланды. Бөтәһе 20 ил ҡатнашты, Рәсәй, Япония һәм Сербия режиссерҙары айырым билдәләнде.
Читайте нас: