Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
22 Сентябрь 2020, 13:30

Рөстәм Нәбиев Рәсәйҙең Гиннесс рекордтары китабына индерелә

Омскиҙа казарма емерелеү һөҙөмтәһендә аяҡһыҙ ҡалған яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиевтың исеме Рәсәйҙең Гиннесс рекордтары китабына индерелә. Был ваҡиға уның Эльбрус тауына менеүе менән бәйле.

«Бөгөн миңә китаптың вәкиле шылтыратты. Был бик шәп! Ныҡ шатмын, – тип яҙҙы Рөстәм Инстаграмда. – Миңә А пунктынан Б пунктына тиклем барып етеүемде раҫлаған видеоматериал ғына ебәрергә кәрәк. Беҙ, әлбиттә, барыһын да ебәрербеҙ».
Бынан алда беҙ Рөстәм Нәбиевтың Рәсәйҙең диңгеҙ кимәленән иң бейек нөктәһенә ҡулы менән күтәрелеүе тураһында хәбәр иткәйнек. Яҡташыбыҙ тауға артылыу өсөн алты айҙан ашыу әҙерләнгән.
Читайте нас: