Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
22 Сентябрь 2020, 18:00

«Салауат Юлаев» хоккей клубында коронавирус табылды

«Салауат Юлаев» хоккей клубы уйынсылары һәм тренерҙар штабы Ҡазан һәм Мытищи ҡалаларында булып ҡайтҡандан һуң яңы коронавирус инфекцияһына тикшереү үтте. Республика командаһының өс вәкилендә: баш тренер Томи Ламсала, форвардтар Маркус Гранлундта һәм Данила Башкировта сир табылды.

«Тренер һәм уйынсылар диагнозды раҫлау өсөн өҫтәмә тикшереү үтергә ебәрелде. Бөтәһенең дә хәле уртаса, билдәләре күҙәтелмәй. Ламса, Гранлунд һәм Башкиров хәҙер изоляцияла ултыра. Виктор Козлов ваҡытлыса етәкләгән тренерҙар штабы «Сочи» менән уйынға әҙерлек эшен дауам итә», – тип аңлатма бирҙе был хәлгә «Салауат Юлаев»тың генераль директоры Александр Курносов.
Онотмаһағыҙ, бөгөн, 22 сентябрҙә, «Өфө-Арена»ла «Салауат Юлаев» – «Сочи» уйыны була. Өфө ваҡыты буйынса киске сәғәт 7-лә башлана.
Фото «Башинформ»дан
Читайте нас: