Бөтә яңылыҡтар
Туризм
23 Сентябрь 2020, 17:30

Афарин, Зүлиә Хәмзә ҡыҙы!

Республика Хөкүмәтенең аҡсалата премияһын алыуға лайыҡ башҡорт һәм рус теле уҡытыусыларының исемлеге раҫланды.

Исемлектә һөҙөмтәле һөнәри эше һәм Башҡортостан Республикаһы мәғарифын үҫтереүгә һиҙелерлек өлөш индергәне өсөн Бәләбәй ҡалаһы Башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зүлиә Хәмзә ҡыҙы Исламованың да исеме бар. Уға 50 мең һум премия биреләсәк (ғәҙәттәгесә Уҡытыусылар көнө байрамында).
Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Еңел булмаған эшендә артабан да тик уңыштар ғына юлдаш булһын!
Читайте нас: