Мөрәжәғәтнамә проекты ноябрь аҙағына тиклем әҙер булырға тейеш. Республика башлығының парламент алдындағы сығышында Башҡортостандың төп социаль-иҡтисади күрһәткестәре иғлан ителә, яҡын киләсәккә пландар билдәләнә. Радий Хәбиров быға тиклем 2018 һәм 2019 йылдарҙа депутаттар алдында декабрь уртаһында сығыш яһаны.