Бөтә яңылыҡтар
Туризм
24 Сентябрь 2020, 15:00

30-сы халыҡ-ара Аксаков байрамы уҙасаҡ

Быйыл ул Өфөнөң тәүге губернаторы Григорий Аксаковтың тыуыуына 200 йыл тулыуға арналған.

Байрам 25 сентябрҙә Ҡырмыҫҡалы ауылында «Аксаков әкиәттәре» театрлаштырылған концерты менән башлана, ошо уҡ көндө Өфө йылға команда училищеһында «Аксаков намыҫ дәресе» уҙа. Өфө районының Зубов ауылында фольклор байрамы көтөлә. 2
6 сентябрҙә фестиваль программаһы Бәләбәй районы Надеждин ауылының Аксаков тарихи-мәҙәни үҙәгендә дауам итә. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Ал сәскә» балеты күрһәтелә.
30 сентябрҙә баш ҡала хакимиәтендә Аксаков премияһына лайыҡ булыусы студенттарҙы тәбрикләү, 1 октябрҙә Өфөнөң 11-се Аксаков гимназияһында Аксаков дәресен уҙғарыу ҡаралған.
Читайте нас: