Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
25 Сентябрь 2020, 17:00

COVID-19 менән сирләүселәрҙең һаны арта

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яңы коронавирус инфекцияһы менән сирләүселәрҙең яйлап артыуын теркәй.

Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин «Һаулыҡ сәғәте» форматында уҙған кәңәшмәлә белдерҙе. Тәүлек һайын үҫеш 0,5 процент тәшкил итә.
Шул уҡ ваҡытта һауыҡҡандар һаны – сирлеләрҙең дөйөм һанынан 93 процент.
«Республикала үлем осраҡтары 0,5 проценттан артмай, был – Рәсәйҙә иң түбән күрһәткестәрҙең береһе. Коронавирус инфекцияһына тест үткәреүҙең юғары темпы һаҡлана. Медицина учреждениеларында кәрәкле дарыуҙар һәм шәхси һаҡланыу саралары запасы бар. Табиптар өҫтәмә түләүҙәрҙе ваҡытында һәм тулы күләмдә ала», – тине Максим Забелин.
Радий Хәбиров иғтибарын табип учреждениеларын ағымдағы тикшереү һөҙөмтәләренә йүнәлтте.
«Шуныһы асыҡ: коронавирус ниндәйҙер мәғәнәлә кире әйләнеп ҡайта. Күп кенә Европа дәүләттәренә хәүеф янауын, күршеләребеҙҙә лә сирлеләрҙең артыуын күрәбеҙ. Бының беҙгә лә килеп етеүе ихтимал. Ошо шарттарҙа бер аҙ тынысланыуыбыҙ күренә. Эпидемиологик хәүефһеҙлеккә айырым иғтибар бүлергә кәрәк, тәү сиратта медицина учреждениеларында. Әйҙәгеҙ, оҙайлы эшкә әҙер булайыҡ, көҙгө-ҡышҡы осор еңел булмаҫ», — тине Радий Хәбиров.
Ауырыуҙарҙың артыу ихтималлығына бәйле аҙна аҙағына тиклем Өфөлә COVID-19 менән сирләгән пациенттар өсөн өҫтәмә 200 койка әҙерләнә.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров гриптан вакцина һалыуҙы дауам итергә саҡырҙы.
Максим Забелин һүҙҙәренсә, әле 580 меңдән ашыу кешегә прививка эшләнгән. Уларҙың дөйөм һанын 2 миллионға еткереү күҙаллана.
Читайте нас: