Кәңәшмә башында унда ҡатнашыусылар Өфөлә дәүләт-шәхси партнерлыҡ принциптары нигеҙендә ВЭБ.РФ дәүләт корпорацияһы ярҙамы менән яңы мәктәптәр төҙөлөшө проектын ҡараны. Һүҙ 13 меңдән ашыу урынға иҫәпләнгән 10 белем биреү учреждениеһы тураһында бара. Объекттарға капиталь гранттарҙы федераль һәм республика бюджетынан бүләсәктәр, шулай уҡ бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан алынасаҡ.
Вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, проектты тормошҡа ашырыу өсөн республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте менән ведомство-ара эш төркөмө булдырылған. Программала ҡатнашыу өсөн яңы төҙөлөштәргә майҙансыҡтар табылған.
ВЭБ.РФ дәүләт корпорацияһы рәйесе урынбаҫары Олег Говорун белдереүенсә, тәҡдим ителгән программа әле илдең Финанс министрлығы килешеүен үтә, һөҙөмтә документы проекты йыл аҙағында әҙер буласаҡ. Ул Башҡортостандың башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда был мәсьәлә буйынса ҙур әүҙемлек күрһәтеүен билдәләне.
Башҡортостан Башлығы программаны ыңғай баһаланы.
– Беҙҙең позиция ябай – мәктәп төҙөү өсөн кәрәк булған аҡсаны тиҙ генә бүлеүе ауыр, шул уҡ ваҡытта был объекттар кешеләргә бик кәрәк, – тине ул. – Шуға күрә ВЭБ.РФ тәҡдим иткән механизмдар беҙҙең өсөн бик ҡыҙыҡлы.
Өфөлә «Муха» ижади студияһы нигеҙендә уҡыу-етештереү кластеры булдырыу тураһында уның директоры Артур Абдрахманов һөйләне. Быйыл июлдә Радий Хәбиров уларҙың етештереү майҙансығын ҡарап сыҡты һәм проекттары менән танышты. Бында фильмдар, реклама роликтары, видеоклиптар, махсус эффекттар төшөрәләр. Әле студия «Төньяҡ амурҙары» тигән тулы метражлы йәнһүрәт төшөрөү менән шөғөлләнә.
Радий Хәбиров Хөкүмәткә кластерҙы үҫтереүҙә ярҙам күрһәтергә ҡушты. 2021 йылда «Муха студияһы Өфөлә барлыҡҡа киләсәк «IQ-парк юғары технологиялар технопаркы резиденты исемлегенә инәсәк.
– Беҙ яңы паркты юғары технологиялы һәм ижади проекттар менән тулыландырмаҡсыбыҙ. Социаль йүнәлештәге заказдар эшләргә әҙербеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ә студияның яңы башланғысы – беҙҙең «Союзмультфильм» менән ҙур дуҫлыҡтың башы.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан.