Һеҙҙе ысын йөрәктән һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым!
Машина эшләү тармағы – Башҡортостан ғорурлығы. Республиканан ситтә лә киң билдәле булған беҙҙең предприятиелар бөгөн дә иҡтисадтың стратегик йүнәлештәре үҫешенә, илдең оборона ҡеүәтен нығытыуға, кешеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыуға ҙур өлөш индерә.
Беҙҙең машина эшләүселәрҙең талантлы хеҙмәте ихлас хөрмәт уята. Бында айырым белем, креатив фекерләй белеү, инновациялы технологик ҡарарҙар ҡабул итеү талап ителә. Белгестәрҙең юғары һөнәри оҫталығы арҡаһында ватан компаниялары донъяуи баҙарҙа уңышлы көнәркәшлек итә, тауар экспортын үҫтерә.
Республиканың машина эшләү комплексы ветерандарына һәм хеҙмәткәрҙәренә яуаплылыҡ, һайлаған һөнәренә тоғролоҡ өсөн рәхмәтлебеҙ. Тап ошо сифаттар артабан да төрлө ҡатмарлылыҡтағы мәсьәләләрҙе сисеүҙә ярҙам итеренә ышанам. Ә беҙ үҙебеҙҙең яҡтан барлыҡ башланғыстарығыҙҙы хупларбыҙ һәм уңышлы өсөн шарттар булдырырбыҙ.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм башҡа иң изге теләктәр юллайым!»