Бөтә яңылыҡтар
Туризм
28 Сентябрь 2020, 17:00

Ҡомда һүрәт төшөрәм

Бәләбәй ҡалаһының 1-се сәнғәт мәктәбендә ҡомда һүрәт төшөрөү буйынса тәүге дәрестәр үтте.

2020 йылда ҡалабыҙҙың 1-се сәнғәт мәктәбе «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә «Мәҙәни мөхит» федераль проектында еңеүселәрҙең береһе булды һәм белем биреү һәм балаларҙың ижади үҫеше шарттарын яҡшыртыу өсөн ҡорамал һатып алыуға субсидия алды. Уға «Иртә эстетик белем биреү» бүлеге өсөн ҡомда һүрәт төшөрөү өсөн өҫтәлдәр һатып алынды.
Ҡомдоң, үҫтереүсе уйындар материалы булараҡ, бер нисә өҫтөнлөгө бар.
Уны ҡулда тотоу тынысландыра. Ғөмүмән, балалар бөртөклө материалдар менән уйнарға ярата. Ҡомда һүрәт төшөрөү моторика, сенсориканы, креатив фекерләүҙе үҫтерә.
Балалар эшмәкәрлектең бындай төрөн ҡыуанып ҡаршыланы, ижади һәләттәрен яңыса асты.
Гөлнара Мурзина материалы буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
#Белебеевскиеизвестия#Башкортостан#национальныепроекты#НПКультура#детскаяшколаискусств#Белебей
Читайте нас: