Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
28 Сентябрь 2020, 13:00

Стеланың макеты һайланған

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы тигән абруйлы исемгә лайыҡ булған Өфөлә тағы ла бер иҫтәлекле, тарихи урын барлыҡҡа киләсәк.

Әлегә проектты ойоштороу комитеты архитекторҙар араһында конкурс ойоштороп, ун ике макеттың берәүһен уңышлы тип тапҡан. Ул федераль үҙәк тарафынан да раҫланырға тейеш. Стеланы баш ҡаланың төньяҡ, йә көньяҡ өлөшөндә урынлаштырыу ҡаралған. Ошо маҡсатта йәмәғәт тыңлауҙары үтә, халыҡтан һорау алыу ойошторола. Әлегә тауыш биреүселәр һаны туғыҙ мең кешегә еткән. Күптәр Еңеү паркы янындағы майҙанды һайлаған.
Әйткәндәй, стелала герб һәм Рәсәй Президенты Владимир Путин Указының тексы буласаҡ.
Читайте нас: