Бөтә яңылыҡтар
Туризм
29 Сентябрь 2020, 12:00

Йәмәғәт палатаһына кемдәрҙе тәҡдим итәһегеҙ?

Башҡортостанда Йәмәғәт палатаһының яңы алтынсы составына вәкилдәрен ебәрергә теләгән коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙан ғаризалар ҡабул ителә башланы. Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың ошо туралағы белдереүе донъя күрҙе.

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы 30 кеше иҫәбендә төҙөлә. Уның өстән бер өлөшө – республика Башлығы, өстән бере дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан раҫлана. Раҫланған ағзалар Башҡортостанда теркәлгән урындағы йәмәғәт ойошмалары тәҡдим иткән кандидаттар араһынан ҡалған ағзаларҙы билдәләй. Кандидат тураһында тапшырылырға тейешле документтар исемлеге парламенттың сайтында урынлаштырылған. Ғариза һәм уға теркәлгән документтар мотлаҡ ҡағыҙҙа тапшырыла.
Башҡортостан Йәмәғәт палатаһына ағзалыҡҡа кандидаттарҙың документтарын түбәндәге адрестар буйынса ебәрергә кәрәк: Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте (450101, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, корреспонденция бүлеге); Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты (450008, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46, корреспонденция секторы); Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Аппараты (450008, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 40, 410-сы бүлмә йәки 450000, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 28, Главпочтамт, 1525-се а/й. Белешмәләр өсөн телефон: 280-82-36, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Аппараты. Фото: twitter.com
Читайте нас: