Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
30 Сентябрь 2020, 16:30

Парламентта – демографияны яҡшыртыу мәсьәләһе

Бөгөн Өфөлә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда «Башҡортостандың демографик киләсәге: замандың яңы талаптары» тигән парламент тыңлауҙары үткәрелде.

Сараны Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов алып барҙы. Был тема буйынса фекер алышыуҙа депутаттарҙан тыш республика министрлыҡтары һәм ведомстволары, юғары уҡыу йорттары етәкселәре, муниципалитеттар башлыҡтары ҡатнашты.
– Демография мәсьәләһе Рәсәй өсөн генә түгел, ә бөтә донъя өсөн көнүҙәк. Уны хәл итеү буйынса универсаль сара табылманы әлегә. Ләкин беҙ уның менән шөғөлләнергә бурыслы, был өлкәлә ике йүнәлеш тәҡдим ителә – тәбиғи артымды арттырыу һәм ғүмерҙе оҙайтыу, – тине парламент Рәйесе Константин Толкачев онлайн-режимда яһаған инеш сығышында.
Төп докладтар менән республика парламентының Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Римма Үтәшева, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, мәғариф министры Айбулат Хажин, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов сығыш яһанылар. Парламент тыңлауҙарында ҡатнашыусылар республикала милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышын, тыуымды арттырыу сараларын, йәш ғаиләләргә ярҙам итеү кимәлен һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
Читайте нас: