«Күпселек пенсионерҙарҙы «Мир» картаһына күсереүҙәрен һәм уның менән ҡулланыуҙарын күрәбеҙ. Ләкин ниндәйҙер сәбәптәр буйынса ошондай карталар алмаған пенсионерҙар бар. Шуға күрә беҙ был ваҡытты йыл аҙағына, йәғни 31 декабргә тиклем оҙайтырға хәл иттек», – тине банк вәкиле.
Билдәләнеүенсә, хаҡлы ялдағыларҙың пенсияны альтернатив ысулдар: мәҫәлән, бер ниндәй ҙә карта бәйләнмәгән иҫәпкә, һаҡлыҡ кенәгәһенә алыу мөмкинлеге һаҡлана.
Тәүҙә пенсионерҙарҙы 2020 йылдың 1 июленә хәтлем милли түләү системаһы карталарына күсереү планлаштырылғайны. Әммә коронавирус пандемияһы шарттарында пенсияны һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе 2020 йылдың 1 октябренә тиклем «Мир» системаһы карталарына ғына күсереү кисектерелде.